Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 46 600 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Әүҙем порталдар: Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары


Һайланған мәҡәлә
P psyco2.jpg

Зи́гмунд Фрейд (6 май, 1856, Фрайберг, Австрия империяһы — 23 сентябрь, 1939, Лондон) — австрия психологы, психиатры һәм неврологы.

Зигмунд Фрейд психоанализға нигеҙ һалыусы тип һанала, ул XX быуатта психологияға, медицинаға, социологияға, антропологияға, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә һиҙелерлек йоғонто яһаған Уның теориялары менән ҡыҙыҡһыныу бөгөн дә һис кәмемәй. Фрейд ҡаҙаныштарынан иң мөһимдәре — психиканың өс компонентлы моделдән тороуын асыу, шәхестең психосексуаль үҫешендә специфик фазаларҙы билдәләү, эдип комплексы теорияһын булдырыу, психикала һаҡлағыс механизмдар булыуын табыу, «аңһыҙҙан» төшөнсәһен психика менән бәйләү, трансфер һәм контр-трансферҙы асыу, ирекле ассоциациялар ысулын һәм төш юрауҙы терапевтик методикаларҙа ҡулланыу.

Фрейдтың психологияға йоғонтоһо бәхәсһеҙ булһа ла, күп тикшеренеүселәр уның хеҙмәттәрен аҡыллы алдаҡсылыҡ тип һанай.

Үҙ ғүмерендә Фрейд бик күп фәнни хеҙмәттәр яҙған — тулы йыйынтығы 24 том тәшкил итә. Медицина докторы, профессор, Кларк университетының хоҡуҡ буйынса почётлы докторы, членом Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы, Гёте премияһын алған, Француз психоаналитик йәмғиәтенең и Британия психологик йәмғиәтенең , Америка психоаналитика ассоциацияһының почётлы ағзаһы. Зигмунд Фрейд 1856 йылдың 6 майында Моравиялағы Фрайберг ҡалаһында тыуған (ул саҡта Австрияға ингән). Ул тыуған урам— Шлоссерграссе — хәҙер уның исемен йөрөтә. Исемен олатаһы иҫтәлегенә ҡушҡандар. Ата-әсәһе Германиянан сыҡҡан йәһүдтәр. Фрайбергта Зигмундҡа 3 йәш тулғанса йәшәйҙәр, 1859 йылда Үҙәк Европала индустриаль революция арҡаһында атаһы фәҡирлеккә төшә.

Ғаилә Лейпцигҡа күсеп бер йыл йәшәгәс, Венаға китә. Зигмунд күсенеп йөрөүҙе ауыр кисерә, сөнки атаһының тәүге ҡатынынан ағаһы Филипп менән бик дуҫ булалар. Йәмғиәттең иң түбән ҡатламдары араһында йәшәп, бер аҙ эштәре юлға һалынғас, арыуыраҡ төбәккә урынлашалар. Әммә артыҡ мантып та китә алмайҙар. Зигмунд шул ваҡыттарҙа әҙәбиәт менән мауыға башлай. Өйҙәге әҙерлеге һәм тәбиғи һәләттәре Зигмунд Фрейдҡа 9 йәшендә, тейешле ваҡыттан бер йыл алға, гимназияға инергә мөмкинлек бирә. 8 баланан бер Зигмундҡа кәрәсин лампа һәм хатта айырым бүлмә биреп ҡуялар, башҡалар уға ҡамасауламаҫҡа тейеш була Егет әҙәбиәт һәм философия менән мауыға — Шекспирҙы, Кантты, Гегелде, Шопенгауэрҙы, Ницшены уҡый, немец телен камил белә, грек телен һәм латынь өйрәнә, француз, инглиз, испан һәм итальян телдәрендә иркен һөйләшә.

↪ дауамы…

Исемлек (106) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
PIA17089-MarsMoons-PhobosPassesDeimos.gif

Фо́бос («ҡурҡыу») — Марс планетаһының ике юлдашының береһе (икенсеһе — Деймос). Уны 1877 йылда Америка астрономы Асаф Холл аса, атамаһы боронғо грек аллаһы Фобос, һуғыш аллаһы Арестың юлдашы, хөрмәтенә бирелә (тәржемәлә «Ҡурҡыу»).

Фобос Марстың үҙәгенән уртаса Марстың 2,77 радиусы тиклем алыҫлыҡта (9400 км) әйләнә, был Ер менән Ай үҙәктәре араһындағы алыҫлыҡтан (384 400 км) 41 тапҡырға аҙыраҡ; перицентры — 9235,6 км, апоцентры — 9518,8 км. Фобос Марсты 7 сәғәт 39 минут 14 секундта әйләнеп сыға, был Марстың үҙ күсәре тирәләй әйләнеүенән яҡынса өс тапҡырға тиҙерәк. Һөҙөмтәлә Фобос Марс күгендә көнбайыштан сыға һәм көнсығышта байый.

Фобостың формаһы яҡынса өс күсәрле эллипсоидҡа оҡшаш, ҙур күсәре Марсҡа йүнәлгән. Фобостың үлсәмдәре 26,8×22,4×18,4 километр тәшкил итә.

Массаһы бик бәләкәй булғанға күрә, Фобоста атмосфера юҡ. Фобостың уртаса тығыҙлығы уғата түбән (яҡынса 1,86 г/см³), был юлдаш структураһының күҙәнәкле булыуына күрһәтә, бушлыҡтар уның күләменең 25-45 процентын тәшкил итә.

Фобостың үҙ күсәре тирәләй әйләнеү периоды уның Марс тирәләй әйләнеү периодына тура килә, шуға ла Фобос һәр саҡ планетаға бер яғы менән генә боролған була. Уның орбитаһы «шыйыҡ» юлдаш өсөн Рош сиге эсендә, әммә, структураһы күҙәнәкле булғанға күрә, һыу ҡалҡыу көсө уны өҙгөсләй алмай, шуға ла әлеге ваҡытта уның орбитаһы «ҡаты» юлдаш өсөн Рош сигенән ситтә ята. Орбитаһы ошондай хәлдә булғанлыҡтан, Фобостың яһалма юлдашы булыуы мөмкин түгел.

Фобос әкренләп Марсҡа яҡынлай. 1945 йылда Б. П. Шарплесс, Г. О. Струвеның һәм унан һуңғы осор күҙәтеүҙәрен эшкәртеү нигеҙендә, шундай һығымтаға килә: Фобостың орбиталь хәрәкәте быуат тиҙләнешен кисерә. 1959 йылда И. С. Шкловский, үҙенең иҫәпләүҙәренән сығып, «ҡыйыу һәм ғәҙәти булмаған» фаразын әйтә: Фобостың эсе ҡыуыш һәм ул яһалма рәүештә булдырылған юлдаш, сөнки ул саҡта ҡабул ителгән быуат тиҙләнеше мәғәнәһен тап шуның менән генә аңлатырға мөмкин. Дж. Уилкинс (1967), С. Н. Вашковьяк һәм Э. Синклерҙарҙың (1972) күҙәтеү мәғлүмәттәрен ентекле анализлауы, ғөмүмән, быуат тиҙләнешенең булмауын күрһәтә. Ләкин В. А. Шорҙың (1973) анализы шулай ҙа быуат тиҙләнешенең булыуын раҫлай, әммә ул Шарплесс иҫәпләгәндән байтаҡҡа кәмерәк, ти ул. Шорҙың теоретик һығымталарын «Маринер-9» автоматик планета-ара станцияһының үлсәү һөҙөмтәләре лә раҫлай. Шуға күрә Шкловскийҙың фаразы кире ҡағыла, һәм шул уҡ 1959 йылда Н. Парийскийҙың, быуат тиҙләнешенең сәбәбе булып Марстың һыу ҡалҡыу көсө йоғонтоһо тора, тигән гипотезаһы ҡабул ителә. Тап ул Фобостың хәрәкәтен әкренләп кәметеүен һәм киләсәктә уның Марсҡа ҡолап төшөүе йәки, планета ҡулсаһын барлыҡҡа килтереп, тарҡалыуы тураһындағы гипотезаһын белдерә.

Хәҙерге ваҡытта Фобос һәр быуат һайын Марсҡа 1,8 метрға яҡыная. Түбәнәйеү тиҙлеге планетаға тиклем ҡалған араға бәйле. Иҫәпләүҙәргә ярашлы, Фобостың Марсҡа 43 миллион йылдан һуң ҡолауы ихтимал

↪ д а у а м ы…

Исемлек (101) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Вещилов Деревня зимой.jpg
К. Вещилов. Ҡышҡы ауыл

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 14 февраль

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар
  • Ер — Бөтә донъя китап бүләк итеү көнө.
  • Ер — Халыҡ-ара компьютерсы көнө (рәсми булмаған).
  • Болгария Болгария — виноград үҫтереүселәр көнө — Трифон Зарезан.

♦ Кисәге: 13 февраль ♦ Иртәгә: 15 февральБарлыҡ көндәр

14 февраль юбилярҙары *

♦ Кисәге: 13 февраль ♦ Иртәгә: 15 февральБарлыҡ көндәр
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтау. Сәхәбәләр мемориаль комплексы

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим